Мәҙәниәт
5 Июнь 2021, 15:36

Маҡарҙа бөгөн "Күрше хаҡы - тәңре хаҡы" күршеләр байрамы гөрләне

Маҡарҙа бөгөн "Күрше хаҡы - тәңре хаҡы" күршеләр байрамы гөрләне. Ысынында иһә матур йолаға нигеҙ һалынды тип әйтеп була.

Маҡарҙа бөгөн "Күрше хаҡы - тәңре хаҡы" күршеләр байрамы гөрләне. Ысынында иһә матур йолаға нигеҙ һалынды тип әйтеп була. Уҙған аҙна ауыл Советы депутаты Шәрифә Юлғотлина ниәте менән башланып киткән округ ара күршеләр байрамын бөгөн Мәктәп, Дауахана, Төньяҡ урамдары халҡы күтәреп алды. Йыр-моң, уйындар, ауылды йәмләп йәшәгән парҙарҙы, ололарҙы тәбрикләү, бергәләп әҙерләгән табынға йыйылыу - ошонан да ихласыраҡ осрашыуҙар буламы икән! Эстафетаны Йәштәр, Тау, Урал урамдарында ғүмер иткәндәргә тапшырҙылар.
"Беҙҙең ауыл халҡы дәртле, ҡунаҡсыл. Күршеләр байрамы беҙҙе тағы ла нығыраҡ берләштерә, бер-беребеҙгә терәк булып йәшәйек", - ти беренсе округ депутаты Зәлифә Тимербулатова.
Маҡарҙа был байрам йәй үткәнсе бар урамдарҙы урап сығыр.
Автор фотолары.
Читайте нас