Мәҙәниәт
3 Июнь 2021, 10:52

Ауыл хәбәрҙәре

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөн Яңы Һәйет ауылы ҡыҙҙар-малайҙары туҙемһеҙлек менән көтөп алды: ҡармаҡ сыбығы әҙерләнеләр, әсәйҙәренән тәмлекәстәр бешерттеләр. Нөгөш буйына әсәйҙәр ҙә барҙы.

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөн Яңы Һәйет ауылы ҡыҙҙар-малайҙары туҙемһеҙлек менән көтөп алды: ҡармаҡ сыбығы әҙерләнеләр, әсәйҙәренән тәмлекәстәр бешерттеләр. Нөгөш буйына әсәйҙәр ҙә барҙы. Иң тәүге сиратта малайҙар балыҡ ҡармаҡланы, ҡыҙҙар сабаҡ һөҙҙө, унан инде туғайҙа балтырған йыйҙыҡ. Әсәйҙәр ашарға бешергәнсе уйындар уйнап, һыу инергә лә өлгөрҙөк. Һуңынан күмәкләшеп ҡаймаҡлап ыумас менән бешкән балтырған ашы ашаныҡ, тәмлекәстәр менән сәй эстек
Читайте нас