Тормош, тормош! Асыуланма миңә!
Йәшәй белмәй, тимә, ташлама!
Мин, барыбер, үлеп ғашиҡ һиңә,
Айырылышыу юлын башлама!
Һынауҙарың, эйе, ҡаты, әсе,
Тик мин зарланмайым, түҙәм бит,
Һәр таңыңды ҡаршы алыр өсөн,
Иртә менән туғай гиҙәм бит...
Асыуланма, тормош, һағышлы тип,
Ҡараштары, күңел түре лә...
Күпме дуҫтар китте! Туғандарым!
Өнһөҙ генә йәштәр түгелә...
Асыуланма, тормош! Балаларымды һаҡла!
Улар миңә һинән ҡәҙерле...
Ғүмер буйы һиңә хеҙмәт иттем,
Балаларға ҡайтар нәҙерен..
Асыуланма, тормош! Ярат мине!
Ауырыуҙар менән туҡмама!
Һынауҙарың аша мин барыбер,
Яратыуҙан һине туҡтамам!
Йәшәүемдән барыбер йәм табам!
+28 °С
Болотло



