Мәҙәниәт
1 Июнь 2021, 18:42

Һау булһын балаларым!

Болоҡһоу көн һыҙландыра –Кәмейҙер самаларым…Эй, Хоҙайым, әлдә генәИҫән-һау балаларым!

Болоҡһоу көн һыҙландыра –
Кәмейҙер самаларым…
Эй, Хоҙайым, әлдә генә
Иҫән-һау балаларым!

Үҙем өсөн уй-хәсрәтте
Тәрәнерәк күмермен,
Балаларым һау булһалар,
Ҡалғанына күнермен.

Ваҡ-төйәк хәсрәттәр менән
Йөрәгем тулған инде,
Балаларыма ел-ямғыр
Теймәһә булған инде…

Ҡаплармын ел-бурандарҙан,
Бәләнән аралармын…
Үҙең һаҡла, Хоҙайҡайым,
Һау булһын балаларым!

Кешегә иткән ярҙамым,
Изгелегем хаҡына
Һау булһындар балаларым –
Етә ошо хаҡ ҡына...

Читайте нас