Мәҙәниәт
31 Май 2021, 15:28

Маҡарҙар байрамға йыйылды

Үткән йома Маҡар ауылы ғәҙәти булмағанса йыр-моңға сорналды, тиһәк һис хата булмаҫ. Ни өсөн тиһәгеҙ, иртәнсәк мәктәп ихатаһында балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре баҡса менән хушлашыу кисәһе үткәрһә, төштән һуң Баҙар урамы халҡы ауылдаштарын Күршеләр көнөнә арналған "Күрше хаҡы - тәңре хаҡы", тип аталған матур байрамға йыйҙы.

Үткән йома Маҡар ауылы ғәҙәти булмағанса йыр-моңға сорналды, тиһәк һис хата булмаҫ. Ни өсөн тиһәгеҙ, иртәнсәк мәктәп ихатаһында балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре баҡса менән хушлашыу кисәһе үткәрһә, төштән һуң Баҙар урамы халҡы ауылдаштарын Күршеләр көнөнә арналған "Күрше хаҡы - тәңре хаҡы", тип аталған матур байрамға йыйҙы.
Байрам башында әҙ генә ауыл тормошон сәхнәләштергән театрлаштырылған тамаша күрһәттеләр. Йыйылған халыҡты ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Иманғолова Эльвира Риф ҡыҙы Күршеләр көнө менән ҡотлап, һүҙҙе 4-се округ депутаты Йолғотлина Шәрифә Хаммат ҡыҙына тапшырҙы. Буш ҡул менән килмәгәйне Шәрифә Хаммат ҡыҙы - округтың иң оло һәм иң йәш кешеләренә, барлыҡ сарала ҡатнашып йөрөүсе иң әүҙем апайҙарға, 4 һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләргә матур бүләктәр таратып үтте.

Артабан байрамыбыҙ төрлө ярыштар, концерт номерҙары менән аралаштырып барҙы. Матур йырҙар йырланды, шиғырҙар һөйләнде, ҡыҙҙар бейеү бүләк иттеләр.
Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була, тиһәләр ҙә, беҙ ошо сараны йыйнаҡ ҡына, әммә дәртле итеп үткәреп ебәрә алдыҡ, тип әйтә алабыҙ. Шулай булмай ни, саҡырылған ҡунаҡтар тәмле былауҙан ауыҙ итеп, төрлө тәмлекәстәр менән сәй эсеп, бер-береһе менән ихлас аралашып ултырҙылар. Ойошторолған уйындарҙа ололар ҙа, балалар ҙа ихлас ҡатнашып бәләкәй генә булһа ла бүләктәр алдылар.

Байрамды йомғаҡлап, 1-се округ депутаты Тимербулатова Зәлифә Зәриғәт ҡыҙына һәм шул округтың бер төркөм вәкилдәренә эстафета итеп, үҙебеҙҙең милли ризығыбыҙ - бауырһаҡты тапшырҙыҡ. Сөнки башҡорттоң ҡунаҡсыллығы тап ошо милли ризыҡтарыбыҙҙа сағыла ла инде. Шулай итеп, ауылыбыҙҙа байрамға башланғыс һалынды, ил-көндәребеҙ имен булып, ошондай сараларҙа, шатлыҡта ғына күрешергә насип булһын.

Әлбиттә, яңғыҙ ҡарға - яҙ килтермәй тигәндәй, бер кеше генә ошо эште тиҙ генә атҡарып сығара алмаҫ ине. Юҡҡа ғына халҡыбыҙҙа "Ил төкөрһә - күл була", тип әйтмәгәндәр бит. Кемдәр бөгөн ошо байрамда ҡатнашҡан, аш- һыу әҙерләгән, бешеренеп килгән, бағымсылыҡ күрһәткән - барыһына ла оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Фото: Эльвира Әлмөхәмәтова
Читайте нас