Элегерәк, беҙ бәләкәй саҡта, ауыл инәйҙәре "ҡара һағыҙ"ҙы йыш ҡайнатты. Файҙалы ҡайын туҙынан эшләнгәнлектән, ул магазиндыҡынан таҙараҡ, сифатлыраҡ, сәләмәтлеккә лә зарар килтермәй. Уның һаулыҡ өсөн файҙалы икәнлеген медицина ла таный – теште таҙартыуҙа, ауыҙҙағы насар еҫте бөтөрөүҙә туҙ һағыҙына етеүсе юҡ. Шулай уҡ ҡайын туҙынан ҡайнатылған һағыҙ эсәк-ашҡаҙан, боғаҡ ауырыуҙарын, үҙәк көйөүен дауалай.