Мәҙәниәт
27 Май 2021, 15:03

Ямғыр яуып алһын ине...

Ямғыр яуып алһын ине,Ер һыуһаны ныҡ итеп.Ризыҡһыҙ ҡалмаһаҡ ине,Үҫемлек кибеп бөтөп.

Ямғыр яуып алһын ине,
Ер һыуһаны ныҡ итеп.
Ризыҡһыҙ ҡалмаһаҡ ине,
Үҫемлек кибеп бөтөп.
Бәрәңге лә үҫер ине,
Сәскәләр - бал ҡортона,
Һыу ныҡ кәрәк бит инде ул
Сәскәләрҙең һутына.
Ямғыр яуҙыр инде, Раббым,
Ер еләге сәскәлә.
Елләп болоттар килде лә,
Юҡ, яуманы кисә лә.
Ҡөҙрәттәрең киң бит, Раббым,
Яуҙыр инде силәкләп,
Исмаһам сәй эсәр инек
Йәй көндәре еләкләп.
Зарыҡтырма, Раббым Аллам,
Ҡоротма тамырҙарҙы.
Яуҙыр инде, зинһар өсөн,
Еремә ямғырҙарҙы.
Читайте нас