Республика Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әүҙерлек хаҡында указына үҙгәрештәр индерҙе. Документҡа ярашлы, санитар-эпидемиологик талаптар үтәлгәндә махсус йыһазландырылған пляждар эшләй ала. Ошо уҡ указ менән Һабантуй байрамдарын ойоштороуға талаптар билдәләнде.
Халыҡ байрамында битлектәрҙә булыу мотлаҡ тәртиптең береһе, байрамға килгәндәрҙе мөмкин тиклем термометрия аша үткәрергә ҡушыла, ҡулдарҙы йыуыу, махсус саралар менән эшкәртеү мөмкинлеге лә булырға тейеш.
Шулай итеп, төбәк етәксеһе раҫлаған графикка ярашлы, Ишембай районында Һабантуй 10 июлгә билдәләнгән.