Сара өлкән йәштәге апай-инәйҙәр йылдың матур килеүен, ашлыҡ-бесәндең уңыуын, илгә ырыҫ ҡуныуын, халыҡҡа иман ҡайтыуын, ямғыр яуыуын теләп доға уҡыуҙан башланды. Артабан оло инәй «Кәкүк сәйе» йолаһының ҡайҙан килеп сыҡҡанлығы хаҡында һөйләне. Байрамға килеүселәр балалар менән йырҙар йырлап, бейеп, уйындар уйнаны.