Яҙ етеү менән өлкәндәр "Аллаға шөкөр, йәшел үләнгә баҫтыҡ", тип ҡыуана... Бөгөнгө етеш тормошта беҙ ашарға яраҡлы үләндәргә артыҡ иғтибар биреп бөтмәһәк тә, уларҙың шифаһы быуаттар дауамында һыналған һәм иҫбатланған.
Аш бҽшкәнсҽ Шиҙҽ йылғаһының тирә-яғын сүп-сарҙан таҙарттыҡ. Ҡаҙан ашын ашап, самауыр сәйҽн эсҽп алғас, йылға ситҽнә барып ямғыр яуыуын һорап, тҽләктәр әйттҽк.
Яу, яу, Яуметдин,
Ҡара тәкә һуйырмын.
Башын һиңә бирермен,
Түшен үҙем алырмын.
Яу, яу, Яуметдин.
Ҡара тәкә һуйырмын,
Түшен үҙем алырмын,
Ингән-сыҡҡан балаларға
Туҡ эсәген биремен.
Яу, яу, яу...
Ямғыр яуһа- ергә май.
Ямғыр яуһа-кем дә бай.
Ямғырым, ямғырым!
Яу, яу, ямғырым!
Иген үҫһен ишелеп,
Асыҡмаһын кешелек.
Һыйырға һөт төшһөн,
Тәпәндәргә май төшһөн!
Ямғыр яу, яу, яу,
Иген үҫһен тау, тау.
Хәйретдин. Арыштан, бойҙайҙан,
Беҙ һорайбыҙ Хоҙайҙан.
Бағым, баҡ,
Сыуағым, яҡ!
Бағым, баҡ,
Сыуағым, яҡ!
Ямғырым, яу,
Ашым уң!
Ямғыр, яу, яу!
Майлы бутҡа биребеҙ.
Майлы бутҡа биребеҙ ҙә,
Ерҙе гөлгә төрөбөҙ.
Һыу сәсрәтеп, ер тетрәтеп,
Яуғанды көтөрбөҙ!
Ямғыр, яу, яу!
Беҙҙең теләктәребеҙҙе алаһы тәғәлә ҡабул итһен инде.
Малдар туҡ булһын,
Балалар шат булһын.
Иген күп булһын,
Буралар тулы булһын.
Аминь, шулай булһын.