Мәҙәниәт
26 Май 2021, 02:30

Ябай ғына минең шатлыҡтарым…

Ябай ғына минең шатлыҡтарым:Күктә ҡоштар оса - шул шатлыҡ,Сыйырсыҡтар ҡайтып, оя ҡора –Шатлыҡтарым минең ҡанатлы.

Ябай ғына минең шатлыҡтарым:
Күктә ҡоштар оса - шул шатлыҡ,
Сыйырсыҡтар ҡайтып, оя ҡора –
Шатлыҡтарым минең ҡанатлы.

Ябай ғына минең шатлыҡтарым:
Йырғанаҡтар йырлап юл яра,
Сутылдашып фырлай турғайҙарым –
Шатлығымды йырҙар һуғара.

Ябай ғына минең шатлыҡтарым:
Ҡошҡайым яҡты ҡарашлы,
Йылы елдәр һыйпай сәстәремдән –
Шатлыҡтарым минең ҡояшлы.

Ябай шатлыҡтарым ярһыу минең,
Сапҡан кеүек атҡа атланып.
Үтһен ине ғүмер был донъяла
Ябай шатлыҡтарға шатланып.
25.03.2014.

Читайте нас