Йәшермәйем - мин ауылдың ҡыҙы,
Ялан-аяҡ үҫтем урамда,
Ҡаҙ себешен көтә инем арып,
Өй эшенә әсәй сумғанда.
Йәшермәйем - мин ауылдың ҡыҙы,
Ағас ҡалаҡ менән ашаным,
Тәүге битен алыр белемемдең,
Иҫке Әлифбанан башланым.
Йәшермәйем - мин ауылдың ҡыҙы,
Ыштаным да булды ямаулы,
Ауырлыҡтар бик йыш йонсотһа ла,
Һәр беребеҙ булдыҡ ҡараулы.
Йәшермәйем - мин ауылдың ҡыҙы,
Зәңгәр бишмәт ине өҫтөмдә,
Еңе ҡыҫҡарып, ҡулым әрнегәне,
Әле һаман минең иҫемдә.
Йәшермәйем - мин ауылдың ҡыҙы,
Шуға микән холҡом түҙемле,
Тик ауылда тыуып-үҫкән генә,
Аңлар кеүек минең һүҙемде.
Ауыл ҡыҙы мин - ләкин иҫем китмәй,
Ауыл... ауыл... тип бармаҡ төрткәнгә,
Ауыл ҡыҙы мин - шуның менән көслө,
Тормош ҡәҙерен белеп үҫкәнгә.