Мәҙәниәт
24 Мая 2021, 07:34

Тере саҡта бөтәһе лә мөмкин...

Тере саҡта бөтәһе лә мөмкин...Һөйләшергә, һүҙҙәр бөткәнсе.Күрешергә була, саҡырышып.Йырлашырға таңдар еткәнсе...

Тере саҡта бөтәһе лә мөмкин...
Һөйләшергә, һүҙҙәр бөткәнсе.
Күрешергә була, саҡырышып.
Йырлашырға таңдар еткәнсе...

Тере саҡта шылтыратып була,
Һағыныуҙы була белгертеп...
Бер күрешер өсөн йыраҡтарҙан
Килеп етеп була, елдертеп.

Ә хәҙер һуң... ... Әрнеү, үкенестәр,
Боғаҙымдан мине алалар...
Әйтелмәгән һүҙҙәр, бысаҡ кеүек,
Йөрәгемде ҡырҡа яралар...

Күңелдәр бит яҡын ине һәр саҡ,
Бер оянан осҡан ҡошсоҡтар...
Кем уйлаған, шулай үкенесле
Тамамланыр тиеп тормоштар...

Тик көслөләр генә шулай китә,
Укендереп, ер - һыу илатып...
Тереләрҙең өмөт, ышанысын,
Таянысын мәлһеҙ ҡолатып...

Читайте нас