Мәҙәниәт
24 Май 2021, 14:40

Өс көн генә...

Ҡабатлайым нисәнсе көнЭстән генә:- Был ғүмерҙәр, әйтерһең дә,Өс көн генә...

Ҡабатлайым нисәнсе көн
Эстән генә:
- Был ғүмерҙәр, әйтерһең дә,
Өс көн генә...

Асыу тотоп йөрөү – гонаһ,
Кисерә бел,
Бөгөн әйтер үпкә һүҙен
Күсерә бел.

Осрашыуҙан-күрешеүҙән
Тороп ҡалма,
Хаталарыңды туҡтауһыҙ
Иҫкә алма.

Бәләкәй генә шатлыҡҡа
Һөйөнә бел,
Етешмәгән, етмәгәнде
Уйлама гел!

Ҡәҙерлә һәр көндө, - тимен
Эстән генә –
Был ғүмерҙәр, әйтерһең дә
Өс көн генә...


Читайте нас