Торатау
+28 °С
Болотло
Ышаныс телефондары
Вк
Телеграм
Макс
Мәҙәниәт
21 Май 2021, 10:01
Мал ҡыуғанда һөйләшәләр...
Мал ҡыуғанда һөйләшәләр:- Хәлдәрең нисек, һаумы?- Аллаға шөкөр, хәлдәр шәп,hыйырым быҙауланы!
Мал ҡыуғанда һөйләшәләр:
- Хәлдәрең нисек, һаумы?
- Аллаға шөкөр, хәлдәр шәп,
hыйырым быҙауланы!
- Утын, бесәнең еттеме,
мал-тыуарың именме?
- Һыйыр һауырға беләме,
ҡайҙан алдың киленде?
Ауылда тормош башлана
иртән ҡара таң менән.
Ауыл кешеһе шул инде -
көн итмеше мал менән.
Көтөү ҡыуғанда бисәләр
сәғәттәр буйы тороп
һөйләшәләр, хәбәрҙәре -
әлеге шул май-ҡорот:
«Кемдең күпме һыйыры бар,
ҡасҡанмы, ҡасмағанмы?
- Данил һыйыр эҙләй ине,
тапҡанмы, тапмағанмы?..»
Кәңәшләшәләр: «һәр өйҙән
аҡса йыйырға кәрәк,
һыйырҙарҙы ҡасырырға
тоҡом үгеҙе кәрәк».
Ауыл осонда йыйылып,
әңгәмә ҡора ир-ат.
Һөйләшәләр: «иртән кемгә
көтөү көтөргә сират».
Ауылдарҙа күнегелгән
көндәлек ығы-зығы.
Ауылда ғүмер итеүҙең
тап шунда шул ҡыҙығы!
Ауыл кешеләре ябай,
илгәҙәк тә, алсаҡ та.
Ауылдан һөт-ит ташыйбыҙ
ҡалаларға ҡасһаҡ та.
Ҡайғы-шатлыҡ уртаҡлашып,
татыу ғүмер итәйек.
Алтын бирәм тиһәләр ҙә,
ауылдарҙан китмәйек!
Беҙҙең ауыл-ҙур ауыл,
урап үтһен ел-дауыл.
Тиҙәк-буҡҡа буялһа ла,
йәшәһен, тием ауыл!
Фото:
https://vk.com/yantilina
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"