Мәҙәниәт
20 Май 2021, 16:05

Ғүмер буйы тауға менгән кеүек...

Ғүмер буйы тауға менгән кеүекЭй, йәшәйбеҙ һаман үрмәләп.Таштарына тейеп, тәндәр һыҙаТын алабыҙ ҡай саҡ сүгәләп...

Ғүмер буйы тауға менгән кеүек
Эй, йәшәйбеҙ һаман үрмәләп.
Таштарына тейеп, тәндәр һыҙа
Тын алабыҙ ҡай саҡ сүгәләп...

Кеше шундай: уға бейек булһын!
Һәйбәт булһын-бары яҡшыһы!
Бер көн килеп тауҙан тәгәрәйһең,
Һис уйлай бер кем ,ахрыһы...

Менеү ауыр, оҙаҡ ғазап булһа,
Тауҙан осоу күпкә тиҙ(е)рәк!
Ғүмер - миҙгел икәнлеген генә
Һуңлап аңлай, һуңлап был йөрәк!

Читайте нас