Бөгөн ҡаланың Милли мәҙәниәттәр үҙәгендә яҡташ шағир, ғалим, филология фәндәре кандидаты Рауил Ниғмәтуллиндың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған “Йырҙарымдв тыуған яҡ” тип исемләнгән хәтер кисәһе уҙғарылды. Сараға шағирҙың туғандары, таныштары, уҡыусылары, уның ижадын һөйөүселәр йыйылды.
Кисәлә Рауил Ниғмәтуллиндың бер туған ҡустыһы Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әнүәр Ниғмәтуллиндың ҡатнашыуы ла сараны байытты. Үҙенең хәтирәләрендә ул ағаһының йәштән тырыш, ныҡышмал булыуы, тәбиғәтте, тыуған ерен яратыуы тураһында һөйләне. Тормошта матур хеҙмәт дәрәжәһенә өлгәшеп тә ябай, изгелекле булып ҡала белеүе хаҡында һоҡланып та, ғорурланып та һөйләне сығыш яһаусылар . Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары Ғүмәр ауылының данлы улының шиғырҙарын ятланы. Райондан сыҡҡан билдәле шәхестәрҙе белеп, уларҙың тормошон, ижадын күңелдәренә һеңдереп үҫеү йәһәтенән дә бик әһәмиәтле ине осрашыу. Хәтер кисәһе аҙағында барлыҡ ҡатнашыусылар Рауил Ниғмәтуллин һүҙҙәре һәм көйөнә ижад ителгән “Ҡайтам тыуған яҡҡа” тигән йырҙы күмәкләп башҡарҙы.