Районыбыҙҙың Ғүмәр (Бүжә) ауылы үҙенең һоҡландырғыс тәбиғәте менән генә түгел, матур кешеләре менән дә күңелемә һеңгән. Әле Маҡар мәктәбендә уҡығанда уҡ ошо
ауыл егеттәре, ҡыҙҙары менән бергә аралашырға тура килде.
Минең хәтеремдә Әхмәҙиевтар, Арыҫлановтар, Ғәббәсовтар, Ниғмәтуллиндар, Вәхитовтар, Мәҡсүтовтар, Кәримовтар, Мөхәмәтовтар һәм башҡа фамилиялы уҡыусылар уйылып ҡалған. Уларҙың үҙенсәлекле холоҡ-фиғелдәре лә хәтерҙә ҡалырлыҡ: егәрлеләр, тура һүҙле, шиғри күңелле, йыр-моңға ғашиҡ кешеләр. Ошо ауылдан сыҡҡан билдәле уҡытыусы Салауат Зариф улы Хәйбуллиндан физика фәнен өйрәнеү бәхете лә тейҙе миңә. Ләкин әлеге яҙмаларымда һүҙем күренекле педагог, шағир, йәмәғәт эшмәкәре Рауил Хөрмәт улы Ниғмәтуллин тураһында.
Башҡорт дәүләт университетында уҡый башлағас, ул ваҡытта Фрунзе урамындағы беренсе ятаҡханаға урынлаштым. Бүлмәләштәрем бик етди егеттәр булып сыҡты: Вәкил Хажин (буласаҡ педагогия фәндәре кандидаты), Фәрүәз Сәйфуллин (ул да күренекле ғалим, шағир, педагогия фәндәре кандидаты булып китте) һәм арабыҙҙа иң олоһо - донъяның әсесөсөһөн ныҡлы татыған Рауил ағай Ниғмәтуллин. Бергә йәшәгәндең тәүге көндәренән үк, Рауил ағайға ҡарап, кешенең ни тиклем маҡсатлы, киң ҡарашлы, оло йөрәкле була алыуына һоҡландым. Уның да беҙҙең Маҡар мәктәбендә уҡыуы араларыбыҙҙы яҡынайтты. Тик ағайыбыҙҙың ваҡыты бик тығыҙ ине. Ул әле, студент ҡына булыуына ҡарамаҫтан, университеттың партбюро ағзаһы ла ине. Шуға күрә республиканың иң юғары уҡыу йорто тормошон, унда эшләгән доцент, профессорҙар эшмәкәрлеген ойоштороуҙа, студент көнкүрешен даими яҡшыртыуҙа уның да һүҙе үтемле булғандыр. Башҡортлоҡ тойғоһо көслө ине унда. Бүлмәбеҙҙән уның ҡәләмдәштәре, тиҫтерҙәре, яҡташтар өҙөлмәне.
“Башҡортостан ҡыҙы” журналын ойоштороп йөрөгән саҡтарында беҙҙә Рауил Бикбаев, Рәми Ғарипов һәм башҡалар йыш булды. Уларҙың кәңәшләшеүҙәре, бәхәсләшеүҙәре әлегеләй күҙ алдында. Журналдың исемен эҙләүҙә, материалдар тематикаһын билдәләүҙә, редколлегия составын аныҡлау мәсьәләләрен хәл иткәндә Рауил Хөрмәт улының фекерҙәре өҫкә сығыуын аҙаҡтаныраҡ, баҫма донъя күргәс кенә, аңланым.
1969 йылда Рауил ағай, ирекле план менән уҡыу мөмкинлеге алып, ҡасандыр зоотехник булып эшләп киткән «Коммунизм» колхозының (Әхмәр ауылы) партком секретаре итеп һайланды. Был колхоз райондың иң адынғы хужалыҡтарының береһе ине. Шул уҡ ваҡытта республика гәзит-журналдарында уның бына тигән шиғырҙары даими сыға торҙо. Яҡташ студенттарҙы ойоштороп, осрашыуҙар үткәрергә лә өлгөрҙө ул. Был да бик мөһим эш булған. Сөнки уҡыуҙарҙы тамамлағас, күптәр егәрле етәкселәр, күренекле партия һәм совет работниктары булып китте. Бер-береңә терәк булыу, ярҙамлашыу тойғоһо студент йылдарынан уҡ барлыҡҡа килгәйне беҙҙә.
Рауил Хөрмәт улы Әхмәр мәктәбенең директоры булып та өлгөрҙө, тик талантлы педагогты Өфөгә Милли мәктәптәр институтына эшкә саҡырҙылар. Өфөлә “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналында, китап нәшриәтендә редактор булып эшләгәндә, БДПИ доценты йөгөн 15 йылға яҡын тартҡанда ла ул ижади эш тураһында бер ҙә онотманы. Китаптары ла сыға барҙы, кәштәләрҙә оҙаҡ ятмай, уҡыусыларына етә торҙо. Моңо аңҡып торған байтаҡ шиғырҙарына композиторҙар йыр ижад итте. 1984 йылда Рауил ағай Ниғмәтуллин СССР гимны авторы Сергей Михалков ҡулынан Яҙыусылар союзы ағзаһы таныҡлығы алды. Был уға ғына түгел, беҙгә лә оло шатлыҡ ине. Рауил Ниғмәтуллин йәш быуын яҙыусыларын, шағирҙарын үҫтереүгә лә ҙур көс һалды. Мәктәп балаларының башлап яҙған әҫәрҙәрен бергә туплап, “Үҫмер” йыйынтығын төҙөп баҫтырып сығарҙы. Ә 1984 йылда Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы төҙөлөп, уның яуаплы секретаре итеп һайланғас, Рауил ағайыбыҙ башкөллө йәштәр менән эшләү донъяһына сумды. Хәҙерге көндә ошо ойошма мәктәбен үткән йәштәр танылған яҙыусы, шағир, драматургтар булып киткән икән – был Рауил ағай Ниғмәтуллинға оло бер һәйкәл!
...Автомомилдә өсәү: Рауил ағай, ҡатыным һәм мин Өфөнән Стәрлетамаҡҡа елдерәбеҙ. Бер саҡ: “Нурғәле, туҡта әле”, - тине лә машинанан төштө. Юл ситендәге яланда үҫкән яҙғы хуш еҫле күҙ яуын алып торған сәскәләрҙән матур гөлләмә йыйып: “Бына, килен, һиңә бер бүләгем булһын. Бөгөн бүләк бирә торған көн”, - тип Рәйсәмә һуҙҙы. Бөтәбеҙ ҙә йылмайып көлөштөк. Ысынлап та был көн бүләк бирә торған көн – Рауил ағайҙың тыуған көнө икәне һуңлабыраҡ иҫкә төштө.
Башҡортобоҙҙоң оло бер шәхесе булған Рауил Ниғмәтуллин күҙ алдына кешеләргә шатлыҡ өләшеүсе, һәр саҡ еңел атлап ҡайҙалыр ашығыусы, ҡалын күҙлектәре аша ихлас йылмайыусы бик яҡын ағай булып баҫа.