Мәҙәниәт
19 Май 2021, 11:18

Шайморатов генерал - мәңге хәтерҙә!

Кисә ҡалабыҙҙың башҡорт китапханаһында 112 - се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа бағышланған кисә үтте.

Кисә ҡалабыҙҙың башҡорт китапханаһында 112 - се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа бағышланған кисә үтте.
Былтыр генерал - майор,112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа ил Президенты Владимир Путиндың 2020 йылдың 30 мартындағы 230-сы Указы менән Рәсәй Геройы исеме бирелгәйне. Документта “1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә күрһәткән батырлығы һәм героизмы өсөн Шайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улына Рәсәй Федерацияһы Геройы исемен бирергә (үлгәндән һуң)” тигән юлдар бар.
***
Урал төҫө
Тауһеңерҙең иркен яланында
Уҡылғандыр ниндәй доғалар?
Беҙҙең халыҡ өнһөҙ хәсрәтле шул –
Ергә һеңә беҙҙә ҡайғылар.
Ергә түгелә лә күҙ йәштәре,
Шытып сыға ҡабат рух ҡото:
Уландарҙы беҙҙә үҫтерәләр
Ат өҫтөндә!
Эстән яратып!
Өләсәйҙәр беҙҙә әкиәтте
Һөйләй бары батыр турында.
Шул батырҙың изге төйәккәйен
Йырлай әсәй бишек йырында.
Беҙҙә улдар атлап китмәҫ элек
Һыбай саба Урал илендә.
Халыҡ йыры, доға менән бергә
Ат исеме улар телендә.
Батырлыҡтар беҙҙә тик ер өсөн!
Тик ил өсөн китә ир башы.
Һалҡын аҡыл менән яуға инә,
Ут эсендә – Урал вариҫы!..
Ҡаһарманлыҡ беҙҙә онотолмай,
Йөрәктәрҙә – батыр исеме.
Шайморатов – беҙгә Ватан төҫө!
Ватан төҫө – Урал есеме!
Башҡорт атлыларын беҙҙә халыҡ
Шайморатовсы тип йөрөтә.
Батырҙары булған милләт – изге!
Бәхетле ул халыҡ меңләтә!
Лариса АБДУЛЛИНА.
Автор фотолары.
Читайте нас