Мәҙәниәт
18 Май 2021, 10:11

“Ретро-шлягер”ға саҡырабыҙ!

Ишембай мәҙәниәт һөйөүселәрен йәнә бер ҡыҙыҡлы сара көтә. Ҡалабыҙҙа беренсе тапҡыр ретро йырҙар башҡарыусыларҙың “Ретро-шлягер” асыҡ конкурсы уҙғарыла.

Ишембай мәҙәниәт һөйөүселәрен йәнә бер ҡыҙыҡлы сара көтә. Ҡалабыҙҙа беренсе тапҡыр ретро йырҙар башҡарыусыларҙың “Ретро-шлягер” асыҡ конкурсы уҙғарыла.
Уның һайлап алыу туры 25 майға тиклем онлайн рәүештә ойошторола. Ҡатнашырға теләүселәр мәҙәниәт бүлегенә : 2-21-20, 3-39-42 телефондарына шылтыратып конкурс тәртибе тураһында белешә ала. Тәүге тапҡыр уҙғарылһа ла, Ишембайҙан ғына түгел, күрше ҡала-райондарҙан да йыр оҫталары ҡатнашырға теләк белдергән. Иң уңышлы сығыштар 28 майҙа жюри алдында яңғыраясаҡ. Шул уҡ көндө кисен Ленин исемендәге майҙанда гала-концерт үткәрелә.
Конкурста профессионал йырсылар ҙа, үҙешмәкәрҙәр ҙә үҙ оҫталығын һынай ала. Еңеүселәр ике йәш төркөмөндә билдәләнәсәк: 15 йәштән 35-кә тиклем һәм 36 йәштән өлкәндәр.
Йыр байрамы бик ҡыҙыҡлы булмаҡсы! Киләсәктә уны республика кимәлендә ойоштороу күҙаллана.
Читайте нас