“Музейҙар төнө-2021” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Ишембай картиналар галереяһында һәм ҡалабыҙҙың тарихты, крайҙы өйрәнеү музейында бай саралар үтте.
Галереяла был кистә Ишембай рәссамы Илшат Дауытов менән осрашыу уҙғарылды, уның күргәҙмәһе менән танышыу мөмкинлеге булды. Әйткәндәй, ул ай аҙағына тиклем дауам итәсәк. Кинйәбулат ауылының ҡул эше оҫталарының ҡатын-ҡыҙҙар биҙәүестәре күргәҙмәһе эргәһенән дә кеше өҙөлмәне. Ҡыҙыҡһыныусылар ҡашмау, түшелдеректәрҙе кейеп тә ҡараны. Шулай уҡ шоколадтан фигуралар эшләү буйынса ла оҫталыҡ дәресе үҙ ҡыҙыҡһыныусыларын тапты.
Ишембай тарихты һәм крайҙы өйрәнеү музейына килеүселәр ҙә ҡала, район тарихы, уның ижади кешеләре тураһында күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алды.
“Музейҙар төнө”нән тулыраҡ гәзитебеҙҙә уҡырһығыҙ.