Башланғыс класс уҡыусылары Йәнырыҫ мәктәбе баҡсаһына һуған, һарымһаҡ, кишер, бәрәңге сәсеүҙә уҡытыусыларға һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәренә булышлыҡ иткәндән һуң "Эш бөткәс уйнарға ярай" тип, халҡыбыҙ йолаларының береһе - "Ҡарға бутҡаһы"н ойошторҙоҡ.
Балалар менән уйындар уйнап арығандан һуң, ашнаҡсы апайҙарыбыҙ бешергән тәмле тары буткаһынан ауыҙ иттек. Телде йоторлоҡ тәмле булды бутҡа! Ҡарғаларҙы ла онотманыҡ, уларға ла өлөш сығарҙыҡ.