Халыҡ-ара ғаилә көнөндә йәш ғаиләләр менән "Берҙәм, татыу ғаилә - илгә, халҡыма терәк" тигән ярыш ойошторолдо.
Ярышта Әбсәләмовтар, Шаһиевтар, Симкиндар, Мостафиндар ғаиләләре ҡатнашты. Ярыш барышында улар ғаилә ағзалары тураһында йомаҡтар, кроссворд систеләр, "бәхет шарын" ергә төшөрмәй ҡайһы ғаилә оҙағыраҡ тота, "тауыҡ һәм себештәр" уйынын уйнанылар; балалар күҙҙәрен бәйләп әсәйҙәрен таныны, эстафетала ярыштылар.
Ярыш бик күңелле үтте. Ҡатнашҡан ғаиләләргә рәхмәт белдерәбеҙ. Ғаиләләрегеҙ һәр ваҡыт шулай берҙәм, татыу, дәртле булһын!