Мәҙәниәт
12 Май 2021, 07:05

Ҡыҙ туған

Бер йөрәктән тамған ике тамсы,Бер ҡараштың ике наҙы беҙ.Аҫыл-көмөштәрҙән мең ҡәҙерле,Бер әсәнең ике ҡыҙы беҙ.

Бер йөрәктән тамған ике тамсы,
Бер ҡараштың ике наҙы беҙ.
Аҫыл-көмөштәрҙән мең ҡәҙерле,
Бер әсәнең ике ҡыҙы беҙ.

Оло мөхәббәттең емештәре:
Һин апайым, ә мин һеңлекәш.
Йән йылыһын йылдар һаҡлай күрһен,
Һәр иртәмдә "һеңлем" тип өндәш.

Хоҙай беҙгә бер ҡарында йән индергән.
Бер үк йылы, наҙҙы татытҡан.
Бер үк ҡулдар беҙҙе күккә сөйгән,
Бер үк доға йәнде яҡтыртҡан.

Пар аҡҡоштоң иркә бәпкәләре,
Бер күкрәктең һөтөн ашаған.
Һин - апайым, ә мин- һеңлекәшең,
Ике тамсы һыуға оҡшаған.

Иң ҙур бәхет икән ҡыҙ туғанға:
Апайым, тиеп, һеңле булыуы.
Беҙҙең тамыр бергә береккән бит;
Бергә үтһен ғүмер юлыбыҙ!


Читайте нас