Мәҙәниәт
11 Май 2021, 07:25

Ауыл хәбәрҙәре

9 май Әхмәр ауылының үҙешмәкәр артистары һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән “Тол ҡатын” драмаһы премьераһы бик уңышлы үтте.

9 май Әхмәр ауылының үҙешмәкәр артистары һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән “Тол ҡатын” драмаһы премьераһы бик уңышлы үтте.
Драма авторы Фәнил Әсәнов. Драма Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тылдағыларҙың ауырлыҡтарға бирешмәүҙәре, ”Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә Еңеү өсөн”, тип тырышыуҙары, фронттан ҡайтмай ҡалған ирҙәренең мөхәббәттәренә мәңге тоғро ҡалған тол ҡатындар тураһында һөйләй. Ул ҡатындарҙың түҙемлелегенә, сабырлығына һәйкәл ҡуйырлыҡ. Ауылдаштар драманы күҙ йәштәре аша ҡараны. Сөнки үҙешмәкәр артистарыбыҙ үҙ рольдәрен профессиональ актерҙар һымаҡ еренә еткереп, геройҙарҙың уй-кисерештәрен күңелдәре аша үткәреп уйнаны.
Йәш Фәрзәнә - Вәлидова Гәүһәр, оло Фәрзәнә тол ҡатын - Ғәлиуллина Фәйрүзә, председатель Таңсулпан апай – Әминева Люциә, Ғәлимйән – Вәлидов Фәнил, Һылыубикә инәй, Ғәлимйәндең әсәһе –Шәйхетдинова Назия, Артыҡйән ҡарт - Ишбулдин Мөхәммәт, Мөхөтдинов иптәш - Рәхмәтуллина Рәүилә, Мансур – Хәкимгужин Юнир, хат ташыусы –Хәкимгужина Раушания, автор - Насырова Альбина, музыкаль яҡтан биҙәүсе - Муллагильдина Минзилә.
Драманың уңышы – режиссерҙан тора. Был йәһәттән бик уңдыҡ беҙ. Һәр кемдең күңеленә асҡыс таба белеүсе бик оҫта режиссер ул Ҡотошова Хәлимә Хариж ҡыҙы. Күпме конкурстарға әҙерләне ул беҙҙе. Уның тырышлығы менән һәр ваҡыт призлы урындар яуланыҡ. Һәм, ниһәйәт, драма әҙерләргә булдыҡ. Был юлы ла барыһы юғары кимәлдә үтте.
Хәлимә Харижовна, үҙешмәкәр артистарыбыҙ! Һеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Артабан да хеҙмәттәшлегебеҙ емешле булып ауыл халҡы өсөн бергә ижад итәйек! Рәхмәт һеҙгә!
Читайте нас