9 май Алакай ауылы мәҙәниәт йортонда Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығына арналған байрам сараһы үтте.
Скворчиха ауыл бдиләмәһе хәкимиәте башлығы Герасименко Сәлимә Алтынтимер ҡыҙы ауыл халҡын һәм ҡунаҡтарҙы Еңеү көнө менән ҡотланы. Ағинәй, ветерандар Советы рәйесе Рәйхәнә Йаудәт ҡыҙы һуғышҡа киткән яугирҙар тураһында һөйләне.
Артабан Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары һәйкәленә сәскә һалып, бер минут тынлыҡ ойоштороп, беҙҙең бәхетле киләсәк өсөн башын һалған атай-олатайҙарҙы иҫкә алдыҡ. Байрам тантанаһы матур концерт һәм һалдат бутҡаһы менән тамамланды.