8 май Сәлих ауылы мәҙәниәт йортонда Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығына арналған байрам сараһы үтте.
Сара яү яланында һәләк булған, әлеге көндә иҫән булмаған һалдаттарҙы, ветерандарҙы иҫкә алыу менән башланды.
Саҡырылған ҡунаҡтар - Ишембай ҡала һәм районы Һуғыш, тыл, ҡораллы көстәр, хоҡуғ һаҡлау органдары ветерандары рәйесе Ришат Иншар улы Заһиҙуллин һәм Сәлих ауылы ветерандары Советы рәйесе Әхмәт Бәхтегәрәй улы Шаньязов ауыл халҡын байрам менән ҡотлап үттеләр.
Һәйкәлгә сәскәләр һалып, Сәлих ауылынан һуғышҡа китеп ҡайтмай ҡалған ауылдаштарҙы иҫкә алғас, байрам концерты башланды.