Мәҙәниәт
8 Май 2021, 13:05

Ҡәбереңә килдем әле, атай!

Ҡәбереңә килдем әле, атай!Ни хәл, тиеп, башым эйәмен.Һағындым бит, атай, йәнем, тиеп,Алдарыңа теҙем сүгәмен.

Ҡәбереңә килдем әле, атай!
Ни хәл, тиеп, башым эйәмен.
Һағындым бит, атай, йәнем, тиеп,
Алдарыңа теҙем сүгәмен.

Ваҡыт бара. Уның hис эше юҡ.
Ағып бара, хатта, йылдар ҙа.
Бер ниндәй ҙә дауа табып булмай,
Юҡһыныуҙан туңған йәндәргә.

Ҡәбереңә килдем әле, атай!
Таныйһыңмы кескәй ҡыҙыңды?
Иркәләсе тик бер генә тапҡыр,
Баштарыма ҡуйып ҡулыңды.

Иҫеңдәме, алдарыңа алып,
Үҫте, үҫте иткән саҡтарың?
Була ине ҡайсаҡ, тыңламағас,
Шелтәләп тә ҡуйған саҡтарың.

Хәтерләйһең микән, атай, бәғ(е)рем,
Төшә инек икәү болонға…
Тирләп- бешеп бесән саба инең,
Мин күбәләк ҡыуған сағымда.

«Атай ҡыҙы», тиҙәр ине мине,
Минең өсөн был бит ғорурлыҡ!
Ниҙәр тағын эшләй алам икән,
Атай ҡыҙы булып ҡалырлыҡ.

…Ҡәбереңә килдем әле, атай...
Һағыныуҙан үҙәк өҙөлә.
Бар йәнемде һиңә бирер инем,
Күрер өсөн тағын бер генә!..


Читайте нас