Ел-дауылдан аяп үҙ донъямды
Ҡанатымды йәйеп кәйеләм.
Иҫән генә булһын, имен булһын
Ғәзиздәрҙән-ғәзиз ғаиләм.
Ҡурсалайым, тиеп, боҙ-ямғырҙан,
Доғаларҙан кирәм аҡ сатыр.
Күпме генә ерҙә йәшәһәм дә
Тик бер теләк ҡанмай ҡаҡшатыр:
Яҡты булһын, яҡшы ғына булһын
Яҡындарым баҫыр һәр тараф.
Үҙем өсөн бәлки һорамам да,
Улар өсөн булмам битараф.
Ҡурсаулыҡта ғына тотор инем,
Хәлдәремдән килһә, ҡәҙерләп.
Эйе, беләм, баҫыр ерҙәренә
Балаҫ һала алмам әҙерләп.
Аҡ балаҫтар йәйә алмаһам да,
Аҡ теләкте һис тә йәлләмәм.
Донъя ҡалай ғына әүрәтһә лә,
Албырғамай тағы әйләнәм,
Ел-дауылдан аяп үҙ донъямды
Ҡабатлайым тағы шул доғамды:
Яҡла, Хоҙай, мине тыуҙырғанды,
Һаҡла, Тәңрем, минән тыуғанды,
Һаҡла, йәме, йәндәш булғандарҙы,
Йәне булғандарҙы, һаҡла, йәме!
Тойоп йәшәһендәр мөхәббәтте,
Тойоп йәшәһендәр йәшәү йәмен!
Теүәтәйҙәй булһын доғаларым,
Доғаларым булһын ҡушъяулыҡ!
Донъяларым булһын балҡып торған
Аҡ сатырлы йәшел ҡурсаулыҡ.
+24 °С
Дождь



