Иртә таңдан йола буйынса ҡолға тотоп һөбә йыйҙыҡ, ауылдаштар ихласлап ҡолғабыҙға бүләк таҡты. Ерексә буйы балаларҙың ихлас көлөүе менән яңғырап торҙо. Ниндәй генә уйындар уйнаманыҡ! "Ҡаҙҙарым, ҡаҙҙарым осоғоҙ", "Аҡ тирәк - күк тирәк" һәм башҡа уйындар. Йылға буйында тағанға ҡаҙан аҫып тәмле итеп бутҡа бешерҙек. Бутҡа бигерәк тә ҡаланан ҡунаҡҡа ҡайтҡан балаларға оҡшаны.