Юҡ-бар өсөн генә үпкәләшеп,
Әрәм үткәрәбеҙ ғүмерҙе,
Оноторға, кисерергә бирмәй,
Тоҡандырып һүнгән күмерҙе.
Түкмәй-сәсмәй үпкә-рәнйештәрҙе,
Ҡәҙерле мал кеүек һаҡлайбыҙ,
Үҙебеҙҙе һәр саҡ аҡлайбыҙ,
Ғәйеп-хатабыҙҙы яҡлайбыҙ.
…Килер бер көн: бөтә үпкәләрең
Хәтереңдән төшөр юйылып,
Иҫкә төшөр бөтә изгелегем,
Һәм тормаҫһың ул саҡ тыйылып:
Күҙ йәшеңде түгеп, үкенерһең,
Хата-яңылышыңды аңларһың,
Ергә тубыҡланып, йәш түгерһең…
Намыҫыңды нисек алдарһың?
Мин үлгәс…
+24 °С
Ямғыр



