Кешене хеҙмәте биҙәй, тип халыҡ юҡҡа әйтмәгән. Хәҙер күптән хаҡлы ялда булған киномеханик Ғафир ағай дәүерен ауылдаштар һағынып иҫләй. Ғүмер буйы Ғүмәр мәҙәниәт йортонда төрлө фильмдар күрһәтеп, халыҡҡа матур ял ойошторған яҡташыбыҙҙың хәтирәләре үҙе бер тарих, ауыл йылъяҙмаһы.
- Эш башлағанда иҫке клуб ине әле. Шулай булһа ла халыҡ киноға яратып, күпләп йөрөнө. Аҙаҡ яңы клуб төҙөгәс, эш тағы ла ыңғайға китте. Көн һайын фильм
күрһәтһәк тә, халыҡ кистәрен дәртләнеп йыйылды. Һинд киноһы килһә, кеше 100-ҙән артып китә ине. Балалар өсөн фильмдар ҙа күп күрһәтелде. Халыҡ тәртипле, эшкә сәмле булды. Үҙем дә эшемде яраттым. Шул гөрләп хеҙмәт иткән осорҙо әле булһа һағынам, - ти хәҙер инде 86 йәшен тултырған киномеханик ағай.
Ауылдың бына тигән баянсыһы тигән даны ла бар Ғафир Исхаҡ улының. Мәҙәни сараларҙа ҡатнашып, концерттар ҡуйып йөрөгән саҡтар ҙа күҙ алдында ти. Бөгөнгө быуын хеҙмәттәштәре ағайҙың ошо тырышлыҡтарын онотмай, март аҙағында билдәләнгән Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан өйөнә килеп тәбрикләгәндәр.
Ғүмер буйы халыҡҡа рухи байлыҡ өләшеүсе Ғафир Исхаҡ улының ҡартлығы ла матур. Буш ваҡыттарында гәзит, китап уҡып, күңел ялы ала. Матур, өмөтлө йәштәр үҫеп килеүенә һөйөнөп, уларҙың йәмғиәткә файҙалы булыуҙарына өмөт итә.
Ҡәҙерле гәзит уҡыусылар, хөрмәт ҡаҙанған ауылдаштарығыҙ, өлгөлө ғаиләләр, талантлы йәштәр, һөнәрмәндәребеҙ хаҡында яҙырға тартынмағыҙ, һеҙҙән хаттар көтәбеҙ.