Үткән көнөң менән ҡыуанып йәшә,
Бәхетле той үҙеңде шул мәлдә.
"Киләһе көн яҡшы буласаҡ" - тип
Һәр ваҡытта теләктәр телә.
Яңы тыуған көнгә ҡыуана бел,
Бәхетле той үҙеңде шул мәлдә.
Раббыбыҙға мең-мең рәхмәт әйтеп,
Риза булып йәшә һәр көнгә.
Риза булып, ҡыуанып йәшәү,
Үҙе бәхет бит ул һәр көндә.
Хәләл ризыҡ, хәләл тормош көтөү,
Булһын ине уйында һәр кемдә.
Насар уйҙар менән алға барыу,
Бер саҡ килеп арҡыры торор.
Маҡсатыңа ирештем тигәндә,
Гонаhтарың һиңә ҡаршы торор.
Изге уйҙар, изге эштәр менән
Изге теләк менән йәшәһәң.
Маҡсатыңа Хоҙай ирештерер
Ихлас итеп теләк теләһәң.
+24 °С
Ямғыр



