Мәҙәниәт
4 Май 2021, 17:00

Һаулыҡ - бәхет...

Һаулыҡ - бәхет. Йәл, аңлайбыҙ быныШул һаулыҡты бөткәс юғалтып,Бәхет - китеү фани донъяларҙанКүберәк кешеләрҙе илатып.

Һаулыҡ - бәхет. Йәл, аңлайбыҙ быны
Шул һаулыҡты бөткәс юғалтып,
Бәхет - китеү фани донъяларҙан
Күберәк кешеләрҙе илатып.

Байлыҡ - бәхет. Нужа кисермәйсә,
Башҡаларға етһә ярҙамың,
Иман менән йәшәп, сама белһәң,
Хәләл булһа әгәр тапҡаның.

Ҡартлыҡ - бәхет. Хоҙай биргән ғүмер
Матур итеп йәшәп үтелһә,
Яҡындарың әгәр ҡәҙерләһә,
Рәхмәт-хөрмәт кенә көтөлһә.

Йәшәү - үҙе бәхет. Тик нишләптер
Кеше мәңге эҙләй, көрәшә...
Бәхет - һөйләшеп тә һүҙең бөтмәҫ
Яҡын кешең булыу йәнәшә.


Читайте нас