Әгәр һине бер кем аңламаһа...
Йәндәреңә атһа яманат,
Һин үсләнмә зинһар ул кешегә,
Сабырлығың тупла һин ҡабат!
Йығылғандан кеше үләме ней?
Тороп баҫ һин, китһен иҫтәре...
Нахаҡтарға, рәйеү һүҙҙәренә
Һынау ғына һанап, түҙ әле!!!
Дуҫ эҙләмә дошман араһынан,
Ысын дуҫлыҡ та ҡат-ҡат һынала.
Ә дошмандар, беҙҙең көсһөҙлөктән
Ләззәт ала, сикһеҙ ҡыуана.
Япа-яңғыҙ сыҡһаң киң далаға
Дуҫ, дошман да хатта юҡ ергә...
Һаҡлар һине әсе яңғыҙлыҡтан
Иңдәреңдә ике фәрештәң.