Мәҙәниәт
2 Май 2021, 19:26

Ауыл хәбәрҙәре

30 апрель Әхмәр ауылының яңы таланттарын асыу йолаһын тамамлап, Беренсе ара, Йәштәр, Хәйбуллин, Баҡса урамдарында йәшәүсе ауылдаштарыбыҙҙың "Моңло хистәремдән гөл үрәм” тип аталған бик шәп ретро концерты үтеп китте.

30 апрель Әхмәр ауылының яңы таланттарын асыу йолаһын тамамлап, Беренсе ара, Йәштәр, Хәйбуллин, Баҡса урамдарында йәшәүсе ауылдаштарыбыҙҙың "Моңло хистәремдән гөл үрәм” тип аталған бик шәп ретро концерты үтеп китте.
Концертты ауылдаштар гармун, баян моңдарына ҡушып, элекке йәшлек ваҡыттарына бәйләп алып барҙылар. Оло йәштәге апайҙарыбыҙ Хәмиҙуллина Гөлфирә менән Әхмәтйәнова Зәйтүнә бик матур итеп үҙҙәренең моңдарын бүләк иттеләр. Хәмиҙуллин Рәфҡәт, Валеев Рәмил, Ғәйнуллин Раил, Хәкимғужин Юнир, Хәкимғужин Венер ағайҙар барлыҡ тамашасыны дәртле моңға күмделәр, йәшлеккә алып ҡайттылар, уларҙың һәр береһенең сығышын тамашасы көслө алҡыштарға күмде. Заманова Эльвира, Баһауетдинова Фаягөл, Заһиҙуллина Әлфиәнең моңло йырҙары һәр тамашасының йөрәктәренә үтеп инде.
Бейеүҙәргә килгәндә, хаҡлы ялдағы ауылдашыбыҙ – Хәмиҙуллин Рәфҡәт Тәлғәт улының дәртле бейеүенә, Йәштәр урамынан башҡорт халыҡ бейеүҙәрен башҡарыусы Хәкимғужина Раушания һәм уның ҡыҙы Юлиәгә зал дәррәү итеп ҡул сапты, улар концертҡа бик матур йәм өҫтәнеләр. Концертты Һылыу ҡыҙҙар - Валеева Айгөл һәм Заһиҙуллина Айгөл матур итеп алып барҙылар.

Тамашасылар сәхнәлә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла ҙур рәхмәттәрен, изге теләктәрен әйтеп таралыштылар.

Концертта ҡатнашҡан ауылдаштарыбыҙға, концертты ойоштороусы Раил Ғәйнуллинға, зал тултырып килгән тамашасыларға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Уларҙың барыһына ла иҫәнлек-һаулыҡ, ғәилә бәхете, ҡыуаныстар, шатлыҡтар ғына теләп ҡалабыҙ.
Читайте нас