Мәҙәниәт
2 Мая 2021, 05:35

Ҡыҙ баламды

Ошо оло, иркен донъяларҙаМинең өсөн иң илаһи әҫәр -Ҡыҙым даһа - ҡаты сәтләүеккәй,Бер ҡараһаң ыуалырҙай гәлсәр.

Ошо оло, иркен донъяларҙа
Минең өсөн иң илаһи әҫәр -
Ҡыҙым даһа - ҡаты сәтләүеккәй,
Бер ҡараһаң ыуалырҙай гәлсәр.

Минең төҫөм, ғәзиз күҙ нурҡайым,
Аҡ ҡағыҙым минең алдымдағы.
Ниҙәр һалам, нимә яҙам унда,
Уҡый алмай, уйға ҡалдым тағы.

Ошо оло, сикһеҙ донъяларҙа
Минең өсөн иң илаһи һүрәт...
Эй, хоҙайым, абай яһа мине,
Ҡыҙ баламды ҡәҙерләргә өйрәт!
Читайте нас