Мәҙәниәт
2 Мая 2021, 05:05

Тел һөйләр өсөн бирелгән...

Тел һөйләр өсөн бирелгән,Уйлап һөйлә, туғаным.Кешеләрҙе рәнйетерлек,Үкенерлек булмаһын.

Тел һөйләр өсөн бирелгән,
Уйлап һөйлә, туғаным.
Кешеләрҙе рәнйетерлек,
Үкенерлек булмаһын.

Әйткән һүҙ ул - атҡан уҡ,
Кире ҡайтарып булмай.
Яңылыш әйткән һүҙеңә,
Ғәфү үтенмәй булмай.

Әйткән һүҙең әйләнеп,
Бер саҡ ҡайтыр үҙеңә.
Насар һүҙең шеш булып,
Оялар күңелеңә.

Һөйләгән һүҙ дөрөҫ булһын,
Белмәйенсә һөйләмә.
Кемгәлер һин ярайым тип,
Ыңғайына көйләмә.

Тел һөйәкһеҙ, ул һөйләр ул,
Аңың томаланмаһын.
Телең әйтер алдынан,
Башың һинең уйлаһын...

Читайте нас