Мәҙәниәт
2 Май 2021, 10:50

Дуҫтарыма

Күңел түрегеҙҙең матурлығыБалҡып тора көләс йөҙҙәрҙә,Кәрәккәндә йәнгә дауа таптым,Һеҙҙең әйткән йылы һүҙҙәрҙә.

Күңел түрегеҙҙең матурлығы
Балҡып тора көләс йөҙҙәрҙә,
Кәрәккәндә йәнгә дауа таптым,
Һеҙҙең әйткән йылы һүҙҙәрҙә.

Үҙегеҙгә бәхет, сәләмәтлек
Һәр ваҡытта юлдаш булһындар.
Изге күңелегеҙ, йөрәгегеҙ
Гелән шатлыҡ менән тулһындар.

Бар теләктәрегеҙ ҡабул булһын,
Эшегеҙҙә һәр саҡ үрҙәрҙә.
Ғаиләгеҙҙә тыныс тормош һеҙгә,
Урынығыҙ булһын түрҙәрҙә.


Читайте нас