Мәҙәниәт
1 Мая 2021, 18:55

Беҙ күмәк

Бер ҡалҡандай туғандарым күп -бәхетленең һүҙе - беҙ күмәк.Әллә нисә ишеткәнем бар -беҙ күмәкбеҙ - үҙе бер ҡунаҡ!

Бер ҡалҡандай туғандарым күп -
бәхетленең һүҙе - беҙ күмәк.
Әллә нисә ишеткәнем бар -
беҙ күмәкбеҙ - үҙе бер ҡунаҡ!
...Ауылда бит элек баҙар ине -
һәр бер өйҙә унлап балалар.
Шуныһы ҡыҙыҡ, береһе юғалманы
барыһы ла кеше булдылар.
..Эшләп үҫтек, атай-әсәй ҡырҙа,
һеңле-апай белә урынын.
Малайҙарға һүҙ тейгеҙеп булмай
белә ине "серен" ҡайыштың.
Иҫләйһегеҙҙер ул?... Барыбыҙ ҙа
һаҡлап-яҡлап торҙоҡ туғанды.
Әйтеүҙәре еңел, ә бит уҫтергәндәр -
атай-әсәй күпләп баланы!...


Читайте нас