Был сарала балалар ғына түгел, ололар ҙа бик теләп ҡатнаштылар. Тирә-яҡ балаларҙың күңелле тауыштарынан, дәртле йыр-бейеүҙәрҙән торған концерт номерҙары менән гөрләп торҙо. Арҡан тартышыу, тоҡ менән йүгереү, ҡалаҡҡа һалып йомортҡа ташыу, “Аҡ тирәк - күк тирәк” , “Йәшерәм яулыҡ”, көршәк ватыу уйындары сараға йәм өҫтәне.
Инәйҙәр бик тә тәмле бутҡа әҙерләне. Балалар ололар өйрәткән һамаҡтарҙы әйтеп, ҡарғаларға бутҡа ҡалдырҙылар. Барыһы ла тәмле бутҡанан ауыҙ итеп, тәмлекәстәр менән сәй эсеп ҡәнәғәт ҡалдылар.