Мәҙәниәт
30 Апрель 2021, 17:33

Гран –при - ишәйҙәрҙә!

Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә “Торатау мираҫы” район-ҡала фестиваленә, ниһәйәт, йомғаҡ яһалды. Бөгөн ҡала мәҙәниәт һарайында уның гала концерты үтте.

Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә “Торатау мираҫы” район-ҡала фестиваленә, ниһәйәт, йомғаҡ яһалды. Бөгөн ҡала мәҙәниәт һарайында уның гала концерты үтте.
Быға тиклем ул ауылдарҙа гөрләп барһа, бөгөн иң уңышлы сығыштар ҡала сәхнәһенә сыҡты. Бер нисә сәғәт дауамында унда төрлө милләт халыҡтарының йыр-моңо яңғыраны, йолалары күрһәтелде. Сарала ҡатнашыусылар араһында мәктәпкәсә йәштәге балаларҙан алып, 80 йәштән дә өлкәнерәк быуынды күрҙек.
Ә инде гран-при Ишәй ауыл мәҙәниәт йортоноң “Хазина” башҡорт халыҡ фольклор коллективына тапшырылды. Шулай уҡ 1-се, 2-се, 3-сө дәрәжә дипломдарға,төрлө номинацияларға ла бик күп таланттар лайыҡ булды.
Автор фотолары.
Читайте нас