Мәҙәниәт
30 Апрель 2021, 12:05

Ҡайындар һөйгән шағир

Ошо көндәрҙә ҡалабыҙҙың үҙәк китапханаһында яҡташыбыҙ – шағир, ғалим, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, йәмәғәт эшмәкәре һәм сәйәсмәне Рауил Ниғмәтуллиндың тыуыуына 80 йыл уңайынан «Аҡ ҡайынлы донъям» район-ҡала шиғыр һөйләү конкурсы үтте.

Ошо көндәрҙә ҡалабыҙҙың үҙәк китапханаһында яҡташыбыҙ – шағир, ғалим, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, йәмәғәт эшмәкәре һәм сәйәсмәне Рауил Ниғмәтуллиндың тыуыуына 80 йыл уңайынан «Аҡ ҡайынлы донъям» район-ҡала шиғыр һөйләү конкурсы үтте.
Китапхананың хеҙмәтләндереү бүлеге мөдире Миңзилә Мырҙабаева белдереүенсә, был сарала төрлө йәш категорияһы кешеләре – мәктәп уҡытыусылары, студенттар, уҡытыусылар, хеҙмәт һәм тыл ветерандары әүҙем ҡатнаша.
- Шағирҙың бер туған ҡустыһы – республиканың атҡаҙанған уҡытыусыһы, «Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы» грантына эйә булыусы, өлгөлө халыҡ уйын ҡоралдары ансамбле етәксеһе Әнүәр Хөрмәтулла улының сығышы барыһы өсөн дә ҡәҙерле, иҫтәлекле булды, - тип уртаҡлашты ихлас күңелдән Миңзәлә Хәйрулла ҡыҙы. – Ул ағаһының төрлө осор тормошон тәфсирләп һөйләне, мажаралы мәлдәрен дә иҫкә төшөрҙө. Әнүәр ағайҙың баянда уйнап, Рауил Ниғмәтуллиндың һүҙҙәренә яҙылған моңло йырҙарҙы башҡарыуы күптәрҙең күңелен ялмап алды.
Шул уҡ ваҡытта район-ҡала конкурсында әҙиптең бер туған һеңлеһе, уҡытыусылар династияһын дауам итеүсе Нурия апай ҙа «Йөрәктәр булһын асыҡ» шиғыры һәм йыр менән сығыш яһаны – был ағаһы тураһында иң ҡәҙерле, тулҡынландырғыс иҫтәлек булып яңғыраны.
Бәйге сараһында ҡатнашыусыларҙың тасуири уҡыу һәләте, башҡарыу оҫталығы инновациялы материал, электрон презентация менән тулыландырыла барҙы. Күптәрҙең милли костюмда килеүе үҙе үк бындай сараларҙың әһәмиәте тураһында әйтеп тора.
- Рауил ағайҙы һәр саҡ яҡшы яҡтан ғына иҫкә алабыҙ. Йәштән үк тырышлығы, уңғанлығы менән айырылып торҙо. Тормошонда ниндәй генә ҡаршылыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, ҡуйған маҡсаттарына ирешмәйенсә ҡалманы, - ти ғүмәрҙәр, яҙыусының ауылдаштары. - Мәжлестәрҙә матур йырлауын, әсәһенең баҡсаһында эшләйем тип Өфөнән үк ҡайтып етеүен әле һаман хәтерләйбеҙ. Үҙенең шағир күңелен бына шундай ябай күренештәр менән иҫбатланы ул. Әйткәндәй, 90-сы йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһында башҡорт драма театры, филармонияһы булдырыу, туған телдә гәзит сығарыу (хәҙерге «Ашҡаҙар» гәзите), милли мәктәптәр, балалар баҡсаһы асыу кеүек мәсьәләләр ҙә тап яҡташыбыҙ Рауил Ниғмәтуллиндың исеме менән бәйле. Шағирҙың башҡорт әҙәбиәтен балалар һәм өлкәндәр өсөн тиҫтәләгән китабы менән байытыуы бөгөн оло баһаға лайыҡ.
Читайте нас