Мәҙәниәт
30 Апрель 2021, 12:39

Ауыл хәбәрҙәре

Кисә Яңы Әптек ауылында Ҡарға бутҡаһы байрамын ойошторҙоҡ.

Кисә Яңы Әптек ауылында Ҡарға бутҡаһы байрамын ойошторҙоҡ.
Балалар өсөн ҡарға уйыны, аҡ тирәк - күк тирәк, йүгереш һәм башҡа уйындар үткәрҙек, йырлаттыҡ, бейеттек. Светлана Ғизәтуллина балаларға был байрамдың тарихын һөйләп ишеттерҙе. Ғүмәр ағай Килдебаев йола буйынса бутҡа бешерҙе. Сәй табынына шулай уҡ төрлө тәмлекәстәр әҙерләнгәйне.
Байрамдан барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды.
Читайте нас