Мәҙәниәт
30 Апрель 2021, 12:36

Аһ-аһ!

Таҙалап алдым йөрәктеСүп-сарҙан, ҡый-шаҡынан.Һуҡыр тин генә тормағанДуҫ-туғанлыҡ хаҡынан.

Таҙалап алдым йөрәкте
Сүп-сарҙан, ҡый-шаҡынан.
Һуҡыр тин генә тормаған
Дуҫ-туғанлыҡ хаҡынан.

Сығарып ҡаҡтым хистәрҙең
Һынауҙа хурланғанын,
Кемдәрҙәндер урланғанын,
Яһалма ҙурланғанын.

Уңдырғансы йыуып элдем
Ипһеҙ иҫтәлектәрҙе.
Яҙған булһа булыр әле
Иҫем китмәлектәре.

Һепереп түктем үрсемәҫ
Ҡыҫыр өмөт-хыялды,
Аҙмы шулар шауҡымында
Ҡанатланып ҡыялдым.

Ҡырҙым, йыуҙым, олаҡтырҙым
Өйкәп, игәп торғанды,
Һыпырып алып ырғыттым
Үрмәксе ау ҡорғанды.

Бушатып алғайным шулай,
Ауыр, тип, урын тарҙа…
Аһ-аһ!
Бында ҙу-ур бер һөйөү
Һыйырлыҡ урын бар ҙа!
Читайте нас