Мәҙәниәт
29 Апрель 2021, 11:50

Йәйҙең һөтлө генә кисе

Өләсәй иртә тиһә лә,Көтөү ҡаршылай сыҡтым.Тиҙерәк ҡайт, һөтлө һыйыр,Мин ҡаймаҡҡа асыҡтым.

Өләсәй иртә тиһә лә,
Көтөү ҡаршылай сыҡтым.
Тиҙерәк ҡайт, һөтлө һыйыр,
Мин ҡаймаҡҡа асыҡтым.

Оҙаҡланысы һәүкәш,
Мин көтәм, быҙау көтә.
Беҙгә бәхетле булырға
Бер сынаяҡ һөт етә.

Һыйыр килә мөңгөрәп,
Үгеҙ килә үкереп,
Көтөү ҡайтҡанын күреп
Быҙау китте һикереп.

Эргәбеҙҙә туҡтаманы,
Һыйыр һарайға үтте.
Биҙрә төбөн дөбөрләтеп
Һөт яуыр ваҡыт етте.

Өләсәй һыйыр һауҙы,
Һәүкәш көйшәнеп алды,
Һөтөн биреп бөтөрмәне,
Быҙауға алып ҡалды.

Йәйҙең һөтлө генә кисен
Ҡаршыланым, оҙаттым.
Бер көрөшкә һөт һемереп
Инде йоҡларға яттым.


Читайте нас