Мәҙәниәт
28 Апрель 2021, 12:10

Яҡты, бөтөн булһын күңелдәре

Һәр кем был ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла үҙенә ошо һорауҙы бирә: һөнәрҙе дөрөҫ һайланыммы? Яуаптар төрлөсә буласаҡ. Музыка етәксеһе һөнәрен мин үҙем түгел, ә ул мине һайланы тип, ышаныс менән әйтә алам!

Һәр кем был ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла үҙенә ошо һорауҙы бирә: һөнәрҙе дөрөҫ һайланыммы? Яуаптар төрлөсә буласаҡ. Музыка етәксеһе һөнәрен мин үҙем түгел, ә ул мине һайланы тип, ышаныс менән әйтә алам!
Дүрт йәштән мин фортепианола уйнарға, йырларға өйрәндем, үҫә килә профессиональ өйрәнергә хыялландым. Тәҙрәләренән яратҡан музыка ҡоралымдың тауыштары ағылып торған сәнғәт мәктәбе янынан тыныс ҡына үтә алмағанымды хәтерләйем. Өйгә ҡайтҡас, фертепиано класына яҙҙырһын өсөн әсәйемде оҙаҡ ҡына өгөтләнем. Был
минең өсөн яңы донъя ине. Беренсе класҡа мин бер юлы ике мәктәпкә барҙым – дөйөм белем биреү һәм музыка мәктәбенең фортепиано класына. Мәктәпте
тамамлағас, Салауат музыка колледжының хордирижерлыҡ бүлегенә, аҙаҡ институтҡа уҡырға индем. Һәм бына нисәмә йылдар тырышлыҡтан һуң миңә “музыка уҡытыусыһы” тигән исем бирелде. Музыкаль етәксе булараҡ ижад юлым институтты тамамлау менән башланды. Үҙем һайлаған һөнәремдең асылын аңларға кәрәк ине, быға ирештем тип әйтә алам. Йылдар үтте, һәм яҙмышым мине ҡалалағы берҙән-бер башҡорт балалар баҡсаһы “Аҡбуҙат”ҡа килтерҙе. Тәүге көндә үк, сабыйҙарҙың һоҡланыулы ҡараштарын күреү менән, ҙур кешегә мөкиббән ышанған тоғро заттарҙың өмөттәрен алдарға хоҡуғым юҡлығын аңланым. Улар минән нимә көтәләр, мин уларға шуны бирергә тейешмен: әкиәт, тылсым, һөйөү, ышаныс, өмөт... Беҙ баланың киләсәгенә нигеҙ һалабыҙ. Музыкаль етәксе бәләкәс кешекәйҙең күңеле, уның эске донъяһы “төҙөлөшө” өсөн яуаплы. Беҙ уны камилыраҡ, байыраҡ итәбеҙ.
Ситтән ҡарағанда күп кешегә музыкаль етәксе һөнәре фортепианола уйнап иртәлектәрҙә балаларҙы йырлатыуға ғына ҡоролған кеүек күренәлер. Әммә был улай түгел! Музыкаль етәксе – ул универсаль педагог. Ул балаларҙың барлыҡ “ни өсөн”дәренә яуап бирә белергә, аралашыу теләге булдырырға, уратып алған донъяны хис, күңел кисерештәре аша ҡабул итә белергә лә тейеш. Ул бер үк ваҡытта музыкант та, йырсы ла, бейеүсе һәм рәссам да, скульптор һәм шиғыр һөйләүсе лә, сценарий яҙыусы һәм байрамдарҙың режиссеры ла. Заманса мәғариф системаһында һәр педагогтың һөнәри үҫеше мөһим. Музыкаль етәксе ғүмере буйы уҡый, тәжрибәһен хеҙмәттәштәре, ата-әсәләр менән йомарт бүлешә. Хеҙмәтеңдең һөҙөмтәһен тәрбиәләнеүселәреңдә күреү айырыуса шатлыҡлы. Быйыл тәрбиәләнеүсем Айлин Әлмөхәмәтова 5 йәшендә генә Өфөгә йырсыларҙың “Сулпылар 2021” телевизион конкурсында ҡатнашты. Һинең күҙ алдыңда баланың асылыуы, һәр саҡ музыка залына атлығыуын, ижад итергә теләүен күреү күңелгә ҙур шатлыҡ өҫтәй. Артабан тормошта бөтөнләй сәнғәткә бәйле булмаған юл һайлаһалар ҙа, уларҙан мәҙәниәтле, ихлас кешеләр, тыуған илдәренең патриоттары сығыуына иманым камил. Һөнәремдә был асыштарҙың сиге түгел, шуға ла мин үҫешергә, уҡырға һәм үҙемдең тәрбиәләнеүселәрем өсөн артабан да “музыка феяһы” булып ҡалырға әҙермен.

Читайте нас