Мәҙәниәт
28 Апрель 2021, 17:10

Һеҙ яҡшы күршеме? (тест)

Йорт һатып алма, күрше һатып ал, тип юҡҡа әйтелмәй. Күршең менән дуҫ, татыу йәшәү ҙур бәхет ул. Аҙмы ни арабыҙҙа донъяһын бейек ҡоймалар менән уратып, ошо бәхеттән ваз кисеп йәшәгәндәр?! Был тест әҙерәк уйландырһын ине, төҙәлер ерҙәребеҙ ҙә барҙыр.

Йорт һатып алма, күрше һатып ал, тип юҡҡа әйтелмәй. Күршең менән дуҫ, татыу йәшәү ҙур бәхет ул. Аҙмы ни арабыҙҙа донъяһын бейек ҡоймалар менән уратып, ошо бәхеттән ваз кисеп йәшәгәндәр?! Был тест әҙерәк уйландырһын ине, төҙәлер ерҙәребеҙ ҙә барҙыр.
1. Күршегеҙгә яңы ғаилә күсенеп килеүҙе нисек ҡабул итер инегеҙ?
а) бер һүҙем дә юҡ, улар менән танышам, кәрәк булһа, ярҙам ҡулы ла һуҙа алам (7 балл);
б) миңә барыбер, танышырға теләһәләр, үҙҙәре яйын табыр әле (0);
в) ҡаршымын: яңы күршеләрҙең ремонтҡа тотонасаҡтарын, тауыш, ығы-зығы башланасағын күҙ алдыма килтерһәм, асыуым ҡабара (2).
2. Күршеләрегеҙ йыш талашып йәшәй, ти. Һеҙ ни эшләйәсәкһегеҙ?
а) яйын тура килтереп был турала үҙҙәренә әйтәм, кәңәштәремде бирәм (0);
б) иғтибар итмәҫкә тырышасаҡмын, күршеләргә кереп тынысланыуҙарын һораясаҡмын, (5);
в) полиция саҡыртыу менән янаясаҡмын (3).
3. Күршеләрегеҙҙең шәхси тормошон башҡалар менән “сәйнәргә” яратаһығыҙмы?
а) бер ҡасан да, үҙемдеке лә баштан ашҡан (0);
б) ҡайһы ваҡыт улар менән бәйле күңелле хәлдәр иҫкә төшә лә, был турала яҡындарыма һөйләп, уларҙы көлдөрәм (4);
в) яйы сыҡҡан һайын тиерлек “сәйнәйем” (6).
4. Күршеләрегеҙ яңы йыһаз һатып алған да, иҫкеһен арзан хаҡҡа ғына һеҙгә тәҡдим итә. Быны нисек аңлайһығыҙ?
а) улар беҙгә яҡшылыҡ эшләргә теләй (2);
б) сығарып ташлағансы, аҙ булһа ла аҡса эшләп ҡалайым тип тырышаларҙыр инде (0);
в) улар беҙҙе хәйерсегә һанай (7);
5. Күршегеҙгә полиция хеҙмәткәре кереп киткәнен күреп ҡалһағыҙ, нимә эшләйһегеҙ?
а) артынан уҡ кереп етәм, бәлки, ярҙам кәрәктер (7);
б) ул киткәс, нимә булғанын белергә керәм (4);
в) бер нәмә лә булмағандай тыныс ҡына үҙ эштәрем менән мәшғүл булам (0).
Һөҙөмтә:
19 балдан түбәнерәк. Күршегеҙ менән бер-берегеҙгә бәйләнмәйенсә, артыҡ ялыҡтырмайынса ғына йәшәй беләһегеҙ. Бер-берегеҙҙең тормошона ла ҡыҫылмайһығыҙ. Кәрәк саҡта, икегеҙ ҙә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.
20-47 балл. Һеҙ - ысын мәғәнәһендә яҡшы күрше. Кәрәк саҡта тыңлап, кәңәштәрегеҙҙе бирергә, бөтөн эшегеҙҙе ташлап, ярҙам итергә әҙер тораһығыҙ. Күршегеҙ һеҙгә, ҡурҡмайынса, бөтә серҙәрен һөйләй ала.
48-58 балл. Күршеләрегеҙ һеҙҙе артыҡ бәйләнсек кешегә һанай. Күп нәмәне күрмәйенсә, ишетмәйенсә йәшәүҙе ғәҙәткә индерһәгеҙ ине. Юҡһа, күршеләрегеҙ менән эт-бесәй рәүешендә йәшәүгә лә күп ҡалмаясаҡ.
Фото: 2016 йылда Этҡолда үткән күршеләр байрамынан күренеш.
Читайте нас