Мәҙәниәт
28 Апреля 2021, 03:40

Быуындар хәтерен бәйләп

Бөйөк Еңеү байрамын ҡаршылар алдынан кисә Ҡала мәҙәниәт һарайында муниципаль райондың мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары тәрбиәләнеүселәре араһында “Мин хәтерләйем! Мин ғорурланам!” тип исемләнгән фестиваль-конкурстың гала концерты булып үтте.

Мәғариф идаралығы ойошторған күләмле был сарала 24 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһынан 400-ләп бала ҡатнашты. Залға хөрмәтле ҡунаҡтар ҙа саҡырылғайны. Тыл хеҙмәтсәндәре, Афғанстан ветерандары союзы вәкилдәре, Чечня һуғышында ҡатнашыусы яугирҙар булды. Йәш быуын менән ошондай конкурс уҙғарыуҙа райондың ветерандар Советы ла ситтә ҡалманы. “Быуындар хәтерен тоташтырып” тип исемләнгән Рәсәй Президенты фонды проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә лә ошондай патриотик сара үткәреүҙең әһәмиәте бик ҙур булды.
Бәләкәс кенә булыуҙарына ҡармаҫтан, кескәйҙәр һуғыш ғазабын бөтә тулылығы менән , йөрәктәргә үтеп инерлек итеп еткерҙе. Совет яугирҙарының, тыуған илен һаҡлап үҙен аямай һуғышҡан ҡарт олатайҙарының батырлығына тәрән ғорурлыҡ сағылды уларҙа. Быуындар араһында хәтер ептәренең ныҡ булыуына ышаныс нығынды балаларҙың тәрән йөкмәткеле сығыштарын ҡарап.
Фестивалдән тулы репортажды гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.
Автор фотолары.
Читайте нас