Бер көн, икәү, өсәү, дүрт...
Көндәрҙе теҙәм рәткә.
Йөрәгем минең һиндәме,
Әллә һинме йөрәктә?
Юҡҡа сыҡһын алыҫ ара,
Осһон елгә саҡрымдар.
Һиҙеп тора һулышыңды,
Ҡан ташыусы тамырҙар.
Баш осонда бер зәңгәр күк,
Икебеҙ ике сиктә.
Әйтсе, йөрәгем һиндәме,
Әллә һинме йөрәктә?
Күҙ алдымда һинең һының,
Һине уйлап мең янам.
Булмышыңды тойоп торам
Айырып бар донъянан.
Тыңғы бирмәй, ярһый, тулай
Хис ташҡыны күкрәктә.
Йөрәгем минең һиндәме,
Әллә һинме йөрәктә?